Башҡортостандың кредит рейтингы тотороҡло

Fitch халыҡ-ара рейтинг агентлығы уның кимәлен "3 Б" тип раҫланы. Республика рейтингы уҙған йылда ла шулай баһаланғайны. Агентлыҡ аналитиктары билдәләүенсә, Башҡортостан коронавирус эпидемияһы һәм нефткә хаҡ төшөү кеүек хәүефтәргә бирешмәй, төплө уйланылған финанс эшмәкәрлек алып бара. Республиканың кредит мөмкинлектәре киләһе йылдарҙа ла һаҡланыр тип фаразлана.