Республика парламенты депутаттары "Өфөхимпром" биләмәһе менән ҡыҙыҡһына

31 йыл элек фенол ағып сығыуға бәйле хәлдән һуң унда әле һаман хәүефле ҡалдыҡтар һаҡлана. Был урында булып, объекттарҙы ҡарап, эксперттар менән тикшерергә кәрәк, тип хәбәр итәләр парламенттан. Ошонан һуң Өфө халҡына мәғлүмәттәр бирелә. Инспекция иртәгәгә планлаштырылған.