Баш ҡалала нигеҙ һалынған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” хәйриә проекты тәүге тапҡыр ил кимәленә сыға. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында лекция, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәр, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экпресс-тестар уҙғарыу көтөлә. Форум 20 майҙа “Торатау” конгресс-холында башлана. Проект Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.