Башҡортостанда һауа торошо арҡаһында юл хәрәкәтендә үҙгәрештәр бар

Температура 32 градустан юғарыраҡ күтәрелгәндә, төбәк һәм район-ара трассаларҙа йөк машиналары хәрәкәте туҡтатыла. Бындай саралар юл ҡатламын һаҡлау маҡсатында индерелә.

Синоптиктар эҫе һауа торошо һаҡланыуын күҙаллай. Табиптар ошо көндәрҙә иғтибарлы булырға, ҡояш аҫтында үткәргән ваҡытты мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға, ҡояшта булғанда баш кейемендә йөрөргә саҡыра. Эҫе һуҡҡан осраҡта кешегә кисекмәҫтән тәүге ярҙам күрһәтеү зарур, ти медицина фәндәре докторы, табип Тәлғәт Зөлкәрнәев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт