Башҡортостан парламентарийҙары эш сәфәре менән Татарстанда

Ике республика депутаттары Ҡазандағы терактҡа бәйле закондарҙы камиллаштырыу юлдарын барлай. Башлыса ҡорал алыуға рөхсәт механизмдарын көйләү күҙаллана, хөкөм ителгән һәм эскән килеш руль артына ултырып тотолған кешеләрҙе бындай хоҡуҡтан мәхрүм итеү тураһында һүҙ бара. Башланғыстар исемлегендә хәрби хеҙмәтте үтмәгәндәргә лицензия бирмәҫкә тигән тәҡдим дә бар. Рөхсәт йәшен арттырыуҙары ла ихтимал.