21 майҙа Латвияла хоккей буйынса Донъя беренселеге старт ала

Рәсәй йыйылма командаһы үҙ төркөмөндә Бөйөк Британия, Чехия, Дания һәм Белоруссия хоккейсылары менән осраша. Белоруссия командаһы данын "Салауат Юлаев" клубы уйынсылары Евгений Лисовец, Джефф Плэтт менән Дмитрий Колобов яҡлаясаҡ. Турнирҙа плей-офф уйындары 3 июндә башлана, еңеүсе 6 июндә билдәле була.