Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, эш 78 процентҡа теүәлләнгән. Илеш, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез районы хужалыҡтарында башлыса ярауай культураларға өҫтөнлөк бирелә.
Бөгөн республиканың 13 районы ҡара бойҙай сәсеүгә төшкән. Йылайыр районында ла сәсеү кампанияһы баҫыуҙарҙың 35 процентында башҡарылған.
Йылайыр районында, ғөмүмән, быйыл яҙғы баҫыу эштәре 11 мең 200 гектар майҙанда планлаштырылған. Иген һәм техник ауыл хужалығы культураларын сәсеү элекке кимәлдә һаҡлана. Ниндәйҙер яңылыҡ, тәжрибә рәүешендә башҡарылған эштәр күҙалланмай.
Азат Ғәлиуллин