Өфөнөң 113-сө һәм 132-се мәктәптәре Йәш инспекторҙары үҙенсәлекле флешмобҡа ҡушылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хәүефһеҙлек аҙнаһы. Өфөнөң Дим районының 113-сө һәм 132-се мәктәптәре Йәш инспекторҙары үҙенсәлекле флешмобҡа ҡушылды.

Уҡыусылар плакаттар һәм юл билдәләре ярҙамында водителдәргә мәктәп яны биләмәһендә тиҙлек режимын һаҡлауҙы һорай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса мәктәп эргәһендә машинала йөрөү сәғәтенә 40 километрҙан ашмаҫҡа тейеш.

Рәсәйҙә теркәлгән Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе тиҙлек режимын арттырыуға бәйле. Бындай аварияларҙа меңдән ашыу кеше һәләк була, тағы ла 6 меңе төрлө тән йәрәхәттәре ала. Инспекторҙар Юл-транспорт фажиғәһен булдырмау өсөн водителдәргә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.

Әлфинә Килдейәрова