Бәйге Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ойошторолғайны. Әммә пандемия сәбәпле, мәҙәни сараны кисектереп торорға тура килде. Башҡортостан конкурс-фестивалдә ойоштороусы һәм ҡатнашыусы булараҡ та сығыш яһаны.
Күләмле сара Мәскәү ҡалаһы хөкүмәте һәм Башҡортостандың Рәсәй Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ойошторолдо. Сил илдәрҙән саҡырылған автор башҡарыусылар менән бер сәхнәлә Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә сығыш яһаны.
Милләт-ара йыр бәйгеһе илебеҙ музыканттарын берләштерҙе, уларға яңы ижад офоҡтарын асты. Мәскәү башҡорттарының «Алтын ай» коллективы, мәҫәлән, конкурс фестивалгә махсус бейеү һалған. Уның менән Леонид Якубовичтың «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ла сығыш яһап өлгөргән.
Рафиҡ Әхмәтшин