Радий Хәбиров атай һәм әсәйҙәрҙе сығарылыш кисәләренә үткәреүгә бәйле фекерен белдерҙе

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе коронавирусҡа бәйле сикләүҙе йомшартырға тәҡдим иткән. Асыҡ һауала үткән тантаналарға, социаль араны һаҡлау һәм битлектә булыу шарты менән, бөтәһенә лә барырға рөхсәт итеү башланғысы булды. Бина эсендә үткән сараларҙа иһә 50-нән артыҡ кеше йыйылмаҫҡа һәм коронавирустан прививка эшләнгән белешмәһе булырға тейеш. Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ул һәр ваҡыт халыҡ фекерен ишетә, әммә ашығыс ҡарарҙар ҡабул итеү яҡлы түгел. “Медицина белгестәре һәм эксперттар менән был тәҡдимде өйрәнергә кәрәк. Оператив штаб ултырышында был мәсьәләне тикшереп дөрөҫ ҡарар тәҡдим итербеҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.