Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, өс йыл дауамында белем биреү ойошмаһы етәксеһе уҡытыусыларға премия яҙған, әммә мәктәп ихтыяждарына тотоноу кәрәклегенә һылтанып, аҡсаны кире ҡайтарырға талап иткән. Асыҡланыуынса, өс йылда йыйылған 800 мең һумды директор үҙ мәнфәғәтендә тотонған. Мәктәп етәксеһе вазифаһынан бушатылған, енәйәт эше судҡа ебәрелгән.