Яңы сауҙа объекттарын булдырыусылар өсөн ҡала һәм район хакимиәттәре яғынан һәр яҡлап ярҙам була. Премьер-министр Андрей Назаров ошо турала күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Хакимиәттәр баҙар һәм йәрминкә урындарын арттырыуға айырыуса иғтибар бирергә тейеш. Сауҙа объекттарының халыҡ өсөн алыҫ урынлашмауы шарт. Властар шулай уҡ фермерҙарға продукцияһын һатыуға булышлыҡ итергә бурыслы. Быйыл Башҡортостанда йәрминкәләр эшмәкәрлеген үҫтереү концепцияһы раҫланды.