Республика халҡы өсөн балалар ялы буйынса һорауҙарға тура эфирҙа яуап ишетеү мөмкинлеге була

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телефидениеһында ошо темаға брифинг була, ул киске сәғәт етелә башлана. Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре лагерҙар өсөн аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарыу, йәйге сменалар тәртибе, хәүефһеҙлек тәьмин итеү тураһында һөйләй.