2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республика ошо өлкәлә Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урын алған. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, 21-се быуатта энергетикала ҙур үҙгәрештәр бар, ҡояш һәм ел сығанаҡтары киңерәк ҡлулланыла. Ҡояш электр станциялары халыҡҡа экологик яҡтан таҙа энергия ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Башҡортостандың был өлкәлә алдынғылар рәтендә булыуы ҡыуандыра, тип яҙа Республика башлығы.