Өфөлә күп фунциялы спорт комплексы төҙөлә

Ошо маҡсатта 1 миллиард 200 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Проект беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов уҙғарған кәңәшмәлә ҡаралды. Бындай объекттар Республикала халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын уҙғарыу, спортты үҫтереү мөмкинлеге бирә. Яңы комплекс хоккей, фигуралы шыуыу һәм йөҙөү буйынса Олимпия резервы академияһы нигеҙендә булдырыла. Проект Башҡортостан үҫеш корпорацияһы контролендә ғәмәлгә ашырыла.