Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ирәмәл һәм Мораҙым тарлауығына 4 июнгә тиклем үтеү сикләнгән. Республика урмандарында ут сығыу хәүефенә бәйле махсус режим да ғәмәлдә ҡала. Усаҡ, сүп-сар яғыу тыйыла, ҡағиҙә боҙоусыларға штраф ҡаралған. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә эҫе һауа торошо һаҡлана тип белдерә.