Баш ҡаланың 7-се, 27-се мәктәбе һәм 115-се гимназияһына ошондай мәғлүмәт килгән. Ҡотҡарыу хеҙмәттәре оператив тәртиптә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе хәүефһеҙ урынға күсергән. Мәктәп биналары тикшерелгән, хәүефле әйберҙәр табылмаған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығынан.