Зубов менән Чесноковка ҡасабаларында йәшәүселәр һыуһыҙ интегә. Төнөн крандарҙан һыу бөтөнләй аҡмай. Төп мәсьәлә - яңы станция, һыу биреүсе үҙәк файҙаланыуға тапшырылһа, хәл яҡшырыр ине, ти урындағы халыҡ. Өфө районы хакимиәте аҡса юҡлыҡҡа һылтана.