Асҡар Абдразаков – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы

Владимир Путин указы менән милләттәшебеҙ юғары исемгә лайыҡ булды. Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаковҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм ил президенты эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн абруйлы исем бирелде. Ошо көндәрҙә опера йырсыһы үҙен беренсе тапҡыр режиссер булараҡ һынап ҡараны- Өфөлә “Дон-Кихот” операһын сәхнәләштерҙе, төп партияны башҡарҙы.