Башҡортостанда һауа температураһы рекорд ҡуя

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, кисә Өфөлә Дим станцияһында +30,6 градус эҫе булған. 1955 йылда ошондай уҡ юғары һауа температураһы теркәлгән. Республиканың көньяғында унан да эҫерәк. Салауат ҡалаһы метеостанцияһында +34 градус булған. Алдағы көндәрҙә лә әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Урыны менән күк күкрәп ямғыр яуыуы, көслө ел сығыуы ихтимал. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе Гөлназ Заһитова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эҫе булыу һәм ҡоролоҡ сәбәпле республика урмандарында ут сығыу ихтималлығы ҙур. 23 районда иң юғары – 5-се класс янғын хәүефе күҙәтелә.