Өфөлә трансплантологтар пациенттары менән бергә футбол уйнаны

Дуҫтарса матч Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм кардиология үҙәге командалары араһында үтте. Уйынсылар составында донор ағзалар менән йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа булды. Халыҡ һаулығы көндәре сиктәрендә үткән спорт байрамы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Футбол матчы башланыуға һанаулы ғына секундтар. Илдар Ғилуанов республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаеваны икенсе ғүмер бүләк итеүсем тип, ҡыҙыл раузалар менән бүләкләй. Теүәл өс йыл элек иргә икенсе йөрәк күсереп ултыртҡандар. Күләмле турнирҙа ҡатнашырға теләк белдереү - реабилитация осороноң уңышлы үтеүен дәлилләй.

Майҙанда трансплантация үткәргән пациенттарҙы айырыуы ауыр түгел, һары һәм ҡыҙыл футболкала килгәндәр. Сираттағы матчта улар Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы командаһы составында уйнап, кардиология үҙәге белгестәренә ҡаршы сыҡты.

Трибуналар аҡ халатлы белгестәр һәм донорҙар менән тулы. Көсөргәнешле уйынды барыһы ла тын алмай күҙәтте. Донор ағзалар менән йәшәүсе замандаштарыбыҙҙың ҡапҡаға бер бер артлы гол индереүенә хайран ҡалмау мөмкин түгел.

Башҡортостанда эске органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса операциялар даими уҙғарыла, күләмле сара был йүнәлештә еңеүҙәр күп булыуын дәлилләй. Ҡотҡарылған ғүмерҙәр һаны йылдан-йыл арта ғына. Әйтәйек, донор йөрәк менән йәшәүселәр һаны ике тиҫтәнән ашҡан.

Уйын етегә өс иҫәбе менән тамамланды. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары һәм пациенттар командаһы еңеүсе тип танылды. Дуҫтарса турнирҙа ҡатнашыусылар миҙалдар һәм Кубок менән бүләкләнде.

Рәсәйҙә трансплантологияны ҡеүәтләп футбол матчтары 2011 йылдан алып ойошторола. Башҡортостанда сара етенсегә үтте. Былтыр коронавирус пандемияһына бәйле матч уҙғарылмай, шулай ҙа командалар йәнә осрашып, етди әҙерлеген күрһәтте.

Гөлназ Хәйбуллина