Нисек финанс хәүефһеҙлеккә ирешергә?

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Өлкә белгестәре , банк вәкилдәре ҡатнашҡан форумда бер нисә көн дауамында студенттарға лекциялар уҡыла, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Аҡса әйләнеше онлайн форматҡа күскәс, банк карталарындағы кеше иҫәбенә инеүселәр күбәйҙе. Улар техник һәм психологик юл менән аҡса таба. Банк хеҙмәткәрҙәре уларҙы хатта социаль инженерҙар тип атай. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәү өсөн ниндәй алымдарҙы белергә кәрәк?

Форумда финанс белем нескәлектәре буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Институт ғалимдары финанс белем дисциплинаһы программаһын төҙөгән һәм ул студенттарға яңы уҡыу йылынан инә башлай.

Рәмилә Исмәғилева