Турист маршруттары закон тарафынан яҡланасаҡ

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошо хаҡтағы ҡануни документ ҡабул итергә ниәтләй. Проект бөгөн президиум ултырышында ла тикшерелде.

Бөгөнгө Президиум ултырышы күңелле ваҡиға менән башланып китте. Депутаттар халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина менән уның тренеры Юрий Чертокты оло еңеүҙәре менән тәбрикләне. Рәсми өлөшкә килгәндә, көн тәртибенә 4 тиҫтәнән ашыу мәсьәлә сығарылған. Уларҙың яртыһы тиерлек республика закондары менән бәйле.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, артабан да парламент ултырыштарында министрлыҡ-ведомстволарҙың отчет сығыштарын тыңлау дауам итәсәк. Тәүге тапҡыр суд приставтары эшмәкәрлеге буйынса доклад тыңланыласаҡ. Закон проекттары буйынса, һайлауҙар тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индерелә, хәҙер тауыш биреү өс көн дауамында барасаҡ.

Был тәжрибә үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Хосусилаштырыу, өлөшлөтө төҙөлөш буйынса закон проекттарын да өҫтәмәләр көтә. Республикала турист маршруттарының статусын хоҡуҡи нигеҙҙә нығытыу ҙа ҡарала.

Рәмзиә Кәримова