Кәңәшмә алдынан ике республика делегациялары Минтимер Шәймиевтың тыуған ауылында Шәрип Шәймиев исемендәге музейҙа, «Бабайҙа ҡунаҡта» скверында булды.
Ултырыш темаһы туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу мәсьәләһенә арналһа ла, депутаттар йәштәр сәйәсәте, белем усаҡтарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡорал әйләнешенә ҡағылышлы киң даирә проблемалары буйынса фекер алышты. Ултырыш йомғаҡлап, депутаттар туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса берлектә закон сығарыу башланғысын әҙерләргә килеште.
Азат Ғәлиуллин