Дәүләт Йыйылышы-Ҡорролтай йортонда Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған олимпиаданың республика этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Уҡыусыларға дипломдарҙы һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Парламент рәйесе Константин Толкачев, Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселәре һәм Хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары тапшырҙы. «Мин хәтерләйем, мин ғорурланам» олимпиадаһы Башҡортостанда һигеҙенсе йыл ойошторола, ошо осорҙа унда республиканың төрлө төбәктәренән 1 миллионға яҡын бала үҙ көсөн һынап ҡараған.
Быйыл бөтәһе 125 мең уҡыусы ҡатнашҡан. Уларҙың 12 меңе мәктәп, 700-гә яҡыны муниципаль этапта еңеү яулаған. Республика күләмендәге бүләкләү тантанаһына иһә иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән 35 бала саҡырылған. Улар араһында тәүге тапҡыр үҙ көсөн һынап ҡарағандар ҙа, һигеҙенсе йыл рәттән ҡатнашҡандар ҙа бар.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, йәштәрҙең ил тарихы, ата-бабаларының данлы үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы хуплауға лайыҡ. Сөнки олимпиадаға әҙерлек сиктәрендә улар интернет селтәрендә материалдар ҙа туплай, оло быуын вәкилдәре менән дә эшләй, мәктәп музейындағы экспозицияларҙы ла өйрәнә.
Рәмзиә Кәримова