250 китап Республика һуғыш ветерандары госпитале пациенттарына тапшырылды

«Уҡы, ил!» хәйриә акцияһын «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Граждандарҙың инициативаһын хуплау үҙәге ойошторҙо. Табиптар һәм пациенттар китап уҡыу тиҙерәк һауығып китергә ярҙам иткәнен билдәләй.

Әсбаптарҙы ирекмәндәр йыя, үҙ китаптарын күренекле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бирә. Һәр китап тейешле санитар эшкәртеү үткәндән һуң ғына медицина учреждениеһының китапханаһына ҡуйыласаҡ.

Ҡайҙа ғына булһаҡ та, гел уҡырға күнеккәнбеҙ. Йәш саҡта транспортта ла, поезда ла китапһыҙ йөрөмәй инек. Дауаланыуҙы ла китап уҡып үткәрәбеҙ. 

Сажиҙә Солтанғәлиева, пенсионер

Детектив, фәнни әҙәбиәт, автобиографик һәм мемуар кеүек төрлө жанрҙағы китаптар. Уларҙы «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан буйынса башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров тапшырҙы. Хәйриә акцияһы 27 май Китапхана көнө уңайынан үткәрелде.

Ветерандар госпитале менән хеҙмәттәшлек иттек һәм итәсәкбеҙ. «Уҡы, ил!» акцияһы кәрәкле тип уйлайым. Сөнки мәғлүмәтте Интернеттан да алып була, ә киң белемлелеккә тик китап ярҙамында ғына эйә булырға мөмкин.

Рөстәм Әхмәҙинуров , «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе

Әлфинә Килдейәрова