Өфөнөң дәүләт һәм шәхси ветеринария клиникаларында яңы инфекцияға ҡаршы һаҡланыу саралары һәм ҡағиҙәләр үтәлеше тикшерелде. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Әхмәт Янбулатов Рич ҡушаматлы этен дауалау өсөн дәүләт ветеринария станцияһына килтергән. Өлкән быуын вәкиле был дауалау учреждениеһын ковидҡа ҡаршы һаҡлыҡ саралары теүәл үтәлгәне, һаулығына зыян булмауына ышаныс көслө булған өсөн һайлаған.
Дәүләт ветеринария станцияһында «Меркурий» системаһына рәсми теркәү үткән эшҡыуарҙар ҙа хеҙмәтләндерелә. Улар оҙон сират хасил булмаһын өсөн алдан яҙыла һәм үҙҙәренә тәғәйен ваҡытҡа ғына килә. Клиенттарҙы хеҙмәтләндергәндә лә махсус һаҡланыу саралары күрелә.
123 хеҙмәткәр эш урынында үҙен ышаныслы тойһон өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Һауа махсус рециркуляторҙар ярҙамында елләтелә. Ковидҡа ҡаршы прививка эшләтеү өсөн матди дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Прививка эшләтеүселәргә махсус сертификаттар тапшырылған. Уның буйынса фатир, айфон һәм башҡа бүләктәр оторға мөмкин.
Елена Рожок иһә бесәйенә операция яһатыу өсөн шәхси ветеринария клиникаһын һайлаған. Бында ла ишектән инеү менән клиенттарҙы ковид инспектор ҡаршы ала. Мәғлүмәти стендтарға ла мөһим урын бүленгән.
Шәхси ветеринария клиникаһы етәксеһе үҙенең ҡул аҫтында эшләгән 19 хеҙмәткәрҙең береһе лә Ковид инфекцияһы менән зарарланманы тип белдерҙе. Уларҙың яртыһынан күберәге вакцина эшләткән. Инспекторнҙар ковидҡа ҡаршы һаҡлыҡ саралары үтәлеү процессын тикшергәндә етешһеҙлектәр тапманы.
Йорт хайуандарын ветеринарға күрһәтергә килеүсе граждандар Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе ҡуйған бөтә талаптарҙы ла үтәргә ынтыла, һәр кем алдан тәғәйенләнгән ваҡытҡа килә, шуға ла һыу буйы сираттар күҙәтелмәй.
Өфөнөң дәүләт һәм шәхси ветеринар клиникаларында ковид инфекцияһына ҡаршы һаҡлыҡ саралары һәм ҡағиҙәләр теүәл үтәлә. Хеҙмәткәрҙәр һәм клиенттар битлектәрҙә, бирсәткәләрҙә йөрөй, социаль дистанция һаҡлай. Әммә иң мөһиме ковид инфекцияһына ҡаршы прививканы үҙ ваҡытында эшләтеү, ти белгестәр.
Гүзәл Борханова