«Өфөхимпром»: Хәүеф сығанағы таҙартыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өс тиҫтә йылдан ашыу баш ҡала халҡын хафаға һалған «Өфөхимпром» предприятиеһы биләмәһендә тиҙҙән ҡайтанан культивациялау эштәре башланасаҡ. Ерҙәрҙе әйләнешкә индереү өсөн завод биләмәһе тулыһынса таҙартылырға тейеш. Шлам һаҡлағыстар, производство биналары тулыһынса юҡ ителергә тейеш. Эш күләме менән бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре яҡындан танышты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Нәзирә Һайранова «Өфөхимпром» предприятиеһында 1979 йылдан бирле эшләй. Фенол ваҡиғаларының шаһиты. Элек ул лаборатория анализдары өсөн яуаплы булһа, әле насос станцияһында. Ер ҡатламы аша һөҙөлөп аҡҡан һыуҙы, күрше предприятиелағы таҙартыу станцияһына ҡыуыу эшен башҡара.

«Өфөхимпром» предприятиеһы биләмәһендә яуған ямғыр һәм ҡар ҙа хәүеф сығанағына әйләнә. Һыу тупраҡтағы айырыуса хәүефле химик ҡатнашмаларыҙы йыуа. «Махсуслаштырылған һаҡлау үҙәге» хеҙмәткәрҙәре уға ныҡлы кәртә ҡуйған. Уларҙың тамсыһы ла эсәр һыу селтәренә эләкмәй тип ышандыра хеҙмәткәрҙәр. Әммә хәүеф сығанағы һаҡлана, тимәк, мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡәтғи саралар күреү мөһим.

«Өфөхимпром» предприяитиеһы аҫтындағы тупраҡ, хәүеф сығанағы. Диоксин һәм башҡа химик матдәләр күләме норманан бер нисә тапҡырға юғары.

Күҙаллауҙар буйынса, «Өфөхимпром» предприятиеһы биләмәһендә 143 гектар майҙанды таҙартырға кәрәк. Тиҙҙән лаборатория тикшереүҙәре нигеҙендә уның күләме асыҡланасаҡ. Белгестәр фекеренсә, шыйыҡ ҡалдыҡтар һаҡлағыстары һәм ағыулы производство биналарын юҡ итергә, ә тупраҡтың өҫкө ҡатламын тулыһынса һыҙырырға кәрәк.

Экология мәсьәләһен хәл итеү, иҡтисад менән бәйле. «Өфөхимпром» предприятиеһы биләмәһен ҡайтанан әйләнешкә индереү өсөн федераль бюджет аҡса бүлергә тейеш. Белгестәр яҡынса ғына фаразлап, 25 миллиард һум тураһында һүҙ йөрөтә.

Федераль үҙәктән мәсьәләгә етди ҡараш булыуын иҫәпкә алғанда, өс тиҫтә йылға һуҙылған «Өфөхимпром» предприятиеһы эпопеяһына нөктә ҡуйылы. Тупраҡ таҙартылып, ер ҡайтанан әйләнешкә индерелгәндә, завод биләмәһендә кеше һәм тирә яҡтағы тереклек өсөн хәүеф сығанағы булыуҙан туҡтарға тейеш.

Рафиҡ Әхмәтшин