Бөгөн көндөҙ Өфөлә бәлиғ булмаған бала автомобиль аҫтында ҡалып һәләк булды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Фажиғә Черниковка биҫтәһендәге «Гастелло» стадионы эргәһендә теркәлде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, велосипедта китеп барыусы 13 йәшлек малай билдәһеҙ сәбәп менән «КАМАЗ» аҫтында ҡала.

Баланың ғүмере фажиғә урынында уҡ өҙөлә. Әле юл полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай