Республика үҫеш корпорацияһы етәксеһе Наил Ғәббәсовтың сит ил компанияһының иҡтисади буйынса директоры Олег Берт менән осрашыуында шулай тип белдерелде. 3 мең баш малға иҫәпләнгән 5 комплекс төҙөлөшө буйынса проект тәҡдим ителә. Бынан тыш, һөт продукцияһы етештереүҙе яйға һалыу ниәте бар. Инвестор ярты миллиард һум бүлергә әҙер. Башҡортостан үҫеш корпорацияһы был башланғыстарға ярҙам итергә әҙерлеген билдәләне.