Хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Донъя беренселеге август айында Канадала уҙа

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы шундай ҡарар ҡабул иткән. Рәсәй йыйылма командаһы төркөм этабында майҙан хужалары, Америка Ҡушма штаттары, Финляндия һәм Швейцария хоккейсылары менән осраша. Милли командаға “Ағиҙел” клубынан 7 уйынсы саҡырыу алған, тренерҙар штабына Денис Афиногенов йәлеп ителә.