Иҡтисади, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышыу булды. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республикала Австрия компаниялары уңышлы эшләй. Әбйәлил, Ишембай райондарында яңы ойошмалар асыла. Йоханнес Айгнер белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда Австрияның бизнес-миссияһы килергә йыйына.