Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртә культуралар 74 мең гектарҙа сәселгән. Ауырғазы, Стәрлебаш, Кушнаренко, Дәүләкән, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтарында ла сәсеү һуңғы гектарҙарҙа бара. Әле республикала ужым баҫыуҙарын химик утау бара.