Республика халҡы тирә-яҡты бысратыуға бәйле мәғлүмәт менән таныша ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Экология кодексына үҙгәреш индерергә тәҡдим ителә. Документҡа ярашлы, тирә-яҡ торошона бәйле мәғлүмәт халыҡҡа асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш. Депутаттар билдәләүенсә, һыу һәм һауа таҙалығы, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, радиация күрһәткесен даими иғлан ителеп барыу мөһим.