Өфө тимер юл вокзалы бөгөн Рәсәй оборона министрлығының агитация поезын ҡаршы алды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Эшелон «Беҙ-ил армияһы, беҙ-халыҡ армияһы» акцияһы сиктәрендә Мәскәүҙән Владивостокка тиклем бара. Поезд 64 көн эсендә 51 ҡала аша үтә. Бөгөн сәфәрҙең 20-се көнө һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы 20-се туҡталыш. Өфө вокзалы агитация поезын тантаналы шарттарҙа ҡаршы алды. Тарихи ваҡиға хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Сигнал биреп Өфө вокзалына яҡынлашҡан поезд башҡа тимер юл транспортынан бер яғы менән дә айырылмай. Бары тик Георгий таҫмаһы тотоп перрон буйлап тигеҙ сафтарға теҙелгән кадеттар, курсанттар ғына байрам кәйефе өҫтәй. Әммә был тәү ҡарамаҡҡа ғына. 17 вагондан торған состав тотош бер хәрби дан музейы, һәр вагон айырым темаға бағышланған.

Мәҫәлән, был вагонда һуғыш темаһына төрлө осорҙағы картиналар, фотоһүрәтттәр менән танышырға мөмкин. Тик экспозициялар ябай ғына түгел, интерактив, улар йәнләнеү, терелеү һәләтенә эйә. Смартфондағы махсус ҡушымта ярҙамында.

Составта Бөйөк Ватан һуғышы тарихы, әлеге заман ҡораллы көстәренең мөмкинлектәре менән танышырға ла, хәрби әйберҙәр һатып алырға ла, госпиталь хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын ҡарарға ла мөмкин. Әйткәндәй, һуңғыһында медицина тикшереүе үтергә лә була. Ошонда уҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәш алымдары ла күрһәтелә.

Эшелонда Рәсәй Ҡораллы көстәренең бар ҡеүәте сағыла. Өс платформала «Тайфун-К» бронеавтомобиле, Т-90М, «Армата» танктары, үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы кеүек заманса өлгөләр ҡуйылған. Һуңғыһы өсөнсө быуын хәрби техникаһы, ул 20 километр алыҫлыҡтан 5 сантиметрлыҡ сәпкә эләгеү һәләтенә эйә. Был модель тәүге тапҡыр 6 йыл элек Мәскәүҙәге Еңеү парадында күрһәтелә.

Рәсәй оборрона министрлығынң агитация поезы яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә йыйыныусылар өсөн айрыуса ҡыҙыҡлы. Курсанттар, кадеттар араһында буласаҡ офицерҙар бихисап.

Ветерандар әйтеүенсә хәрби-патриотик тәрбиә мөһим бурыстарҙың береһе. Йәш быуын ил тарихын белеп үҫергә тейеш.

Агитация поезы Өфө тимер юл вокзалында 4 сәғәт торҙо. Экспозицияларҙы ҡарарға меңдәрсә уҡыусы теләк белдергән. Артабан эшелон үҙ юлын дауам итә. Алда тағы ла 31 ҡала. Акция 27 июндә Мәскәү эргәһендәге «Патриот» хәрби паркында тамамлана.

Рәмзиә Кәримова