Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында юл һыҙаттары һыҙыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бынан тыш юл билдәләре Башҡортостандың 11 районында яңыртыла. Юлсылар янында беҙҙең ижади төркөм дә булды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Термопластик юл буйлап таҫма кеүек һуҙыла. Ғәҙәти буяуҙан айырмалы, был материал оҙаҡҡа сыҙай. Трассаның ҡайһы бер өлөшөндә, хатта былтырғы һыҙаттар ҙа һаҡланған. Хеҙмәткәрҙәргә улар өҫтөнән үтеп төҫтө нығытырға ғына ҡала.

Юл һыҙатын һыҙыр алдынан асфальт-бетон ҡатламы яҡшылап таҙартыла. Махсус машина юлды һепереп үтә. Был маҡсатта 12 берәмек техника йәлеп ителгән.

Юл билдәләрен һыҙыу өсөн Борум маркалы автотехника ҡулланыла. Вентилятор ярҙамында юл үҙәгендәге билдәләр саңдан таҙартыла, термопластик буяла, улар өҫтөнә яҡтылыҡ ҡайтарыу өсөн быяла шарҙар һиптерелә. Был техника ярҙамында көнөнә 7-10 cаҡрым арауыҡта юл билдәләре һыҙырға була.

Юл билдәләрен һыҙыуҙа эштәрҙе башҡарыу һәм ҡулланылған материалдар сифатына етди иғтибар бүленә. Ҡулланылған материалдар: буяу, термопласт юлға һыҙылырҙан алда Башҡортостан һынау үҙәгендә тикшереү үтә. Тәүлектең ҡараңғы өлөшөндә, көндөҙ һәм яһалма уттар булғанда яҡтылыҡты ҡайтарыу күрһәткесе коэфициенты ла үлсәнелә, ти белгестәр. Эштәрҙе «Вектор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт юлсылары башҡара

Дәүләт контракты буйынса горизонталь юл һыҙаттарын эшләүгә беҙҙең ойошманан ҡырҡ берәмектән ашыу техника йәлеп ителде,14 механизацияланған комплекс ,4 термпластикты һыҙыу ҡорамалы , 12 берәмек техника асфальт-бетон ҡатламын таҙарта. Шулай уҡ оҙатып йөрөүсе, инженерҙарҙы һәм материалдарҙы т ашыусы машиналар ҙа ҡулланыла.

Максим Муравщик, «Вектор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юл билдәләре идараралығы етәксеһе

Быйыл Башҡортостанда 9 мең саҡрымға яҡын юлда һыҙаттар яңыртыла. 6 мең километрҙан район-ара юлдарҙа махсус буяу , ә 3 мең саҡырым самаһы төбәк трассаларында термопластик ҡулланыласаҡ.

Гүзәл Борханова