Радий Хәбиров бөгөн Физкультура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы уҙғара

Унда Өфөлә  үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя беренселегенә әҙерлек мәсьәләһе ҡарала. Шулай уҡ Токиола Олимпия һәм Паралимпия уйындарына спортсыларҙы әҙерләү темаһы иғтибарға алына.