Башҡортостанда хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе аулау өсөн суммалар раҫланды

Йыл һайын ҡала һәм райондарға республика бюджетынан аҡса бүленә. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, быйыл һәр берәҙәк этте аулау өсөн - 355, бесәйҙәргә 268 һум ҡаралған. Ветеринар тикшереүгә 420, операция эшләүгә ике мең һумға яҡын аҡса бүленә.