Башҡортостанда сығарылыш класс уҡыусыларын һауа шарҙарын ҡулланмаҫҡа кәңәш итәләр

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәктәп һәм балалар баҡсаларына шундай үтенес менән сыҡты. Һауа һәм “яҡтылыҡ” шарҙары, “ҡытай” фонариктары тирә-яҡҡа зыян килтерә һәм янғын сәбәпсеһе булыуы ихтимал, ти Тәбиғәттән һаҡлау һәм экология министрлығының экологик хәүефһеҙлек бүлеге белгесе Айтуған Аралбаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала 18 меңгә яҡын уҡыусы мәктәп менән хушлаша. “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы  иртәгә үтә.