Башҡортостан Башлығы республикала алдағы йылдарҙа ҙур спорт ярыштары ойошторолоуы хаҡында иғлан итте. Быйыл Өфөлә спорт алышы буйынса донъя беренселеге, киләһе йылда волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла, ә 2025 йылда Евразиада йәғни Евразия илдәре араһында милли һәм олимпия уйындарына инмәгән спорт ярыштары буйынса чемпионат үтә. Республика Башлығы әйтеүенсә, төбәктә спорт һәм физик культура үҫешенә иғтибар арта. 2024 йылғаса һәр районда бассейн менән физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөлә. Радий Хәбиров Хөкүмәткә спорт объекттарын яңыртыу программаһын әҙерләргә ҡушты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Воронеж өлкәһе араһында спорт һәм физик культура өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. 2021 йыл беҙҙең республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер исеме аҫтында үтә.