Башҡортостанға өсөнсө төр вакцина килтерелде

Ошо көндәрҙә беҙҙең республикаға 2 мең 340 доза “КовиВак” препараты ҡайтарылды. Был вакцина Чумаков исемендәге ғилми үҙәктә уйлап табылған. “Спутник V” һәм “ЭпиВакКорона” препараттарынан айырмалы, уны һаҡлау шарттары ябайыраҡ һәм “КовиВак” вакцинаһы 14 көн арауыҡ менән эшләнә. Әле беҙҙең республикала 231 меңдән ашыу кеше коронавирустан прививканың ике компонентын да яһатҡан.