Иртәгә Башҡортостанда “ҡоро закон” ғәмәлдә була

Ҡануниәткә ярашлы, республикала “Һуңғы ҡыңғырау” көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Бынан тыш, Һабантуйҙар ваҡытында, Йәштәр һәм Белем көндәрендә “ҡоро закон” ғәмәлдә, тип хәбәр итәләр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан.