Хеҙмәт алдынғыларына тәүге 12 награданы бөгөн Башҡортостан башлығы тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә йәмғеһе 21 кеше, ҡотҡарыусылар ҙа, янғын һүндереүселәр ҙә бар. Һәр береһе өсөн һайлаған һөнәр тормош рәүешенә әүерелгән, улар үҙ хеҙмәтен дә бары тик ҡотҡарылған ғүмерҙәр менән баһалай. Тәүлек әйләнәһенә хәүефһеҙлек һағында тороусылар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
Янғын, ташҡын, тәбиғәт ғәрәсәттәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр. Ҡотҡарыусыларға һәм янғын һүндереүселәргә бар тереклеккә хәүеф янаған яуаплы нөктәләрҙә эшләргә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға тура килә. Был һөнәр эйәләре өсөн ял, байрам тигән төшөнсә юҡ, улар тәүлек әйләнәһенә халыҡ именлеге һағында тора.
Республика башлығы, залдағыларға тотош республика халҡы исеменән рәхмәт белдереп, эштәрендә уңыштар теләне. Һеҙҙең менән йылы кабинеттарҙа түгел, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә осрашырға тура килә, тине Радий Хәбиров.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә бар ғүмерен ошо хеҙмәткә арнаған оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә бар. Мәҫәлән, Тәлғәт Нәғимов уҡытыу-методика үҙәген етәкләй. Ул әҙерләгән белгестәр республиканың төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә. Тәлғәт Шәфҡәт улының фиҙаҡәр хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән баһаланды.
Юғары дәүләт наградалары 21 кешегә тапшырылды. Улар араһында 12 кешегә тәүге тапҡыр «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» тигән исем бирелде.
Белгестәр әйтеүенсә, матди-техник базаны нығтыу эштең сифатына ла ыңғай йоғонто яһай. Сөнки төп бурыс булып профилактика тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда, уларҙы булдырмау яҡшыраҡ.
Беҙ көндәлек тормошта ҡотҡарыусылар, уларҙың хеҙмәтенең әһәмиәте хаҡында уйлап бармайбыҙ. Әммә бәлә ҡазаға тарыған осраҡта тап ошо һөнәр эйәләренә мөрәжәғәт итергә тура килә. Улар утта янғандарҙы ла, һыуға батҡандарҙы ла ҡотҡара, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ла ярҙам ҡулы һуҙа. Шуға күрә дәүләт наградаларын йәмәғәт хәүефһеҙлеге һағында тороусыларҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа һәм рәхмәт һүҙҙәре тип ҡабул итергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова