Башҡорт дәүләт университетының ҡунаҡхана тибындағы яңы дөйөм ятағы файҙаланыуға тапшырылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Гоголь урамында урынлашҡан объект «Мәғариф» милли прооектының «Мәғариф экспорты» федераль программаһы буйынса төҙөлгән. Уны асыу тантанаһында Рәсәй Мәғариф министрлығы менән республика Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты. Яңы дөйөм ятаҡта кемдәр йәшәйәсәк? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева белә.

Донъяның төрлө ҡитғаларынан Башҡорт дәүләт университетына килеп белем алыусы студенттар объектты асыу тантанаһында ҡатнашты. Ә бына икенсе категория студенттар әле мәктәп партаһы артында, улар һынауҙарҙы яҡшы үтһә, заманса шарттары булған яңы ятаҡта йәшәйәсәк. Был шатлыҡлы көндө университет утыҙ йыл көткән.

1990 йылда уҡ беҙ был урында ятаҡ төҙөргә уйлағайныҡ. Бында шәхси йорттар бар ине, уларҙы университет иҫәбенә күсерҙек. Әммә төҙөлөш өсөн аҡса бүленмәне. Буш ятҡан ер машина туҡталҡаһына әйләнде. Барыбер участканы кире алыуға өлгәштек һәм федераль программа ярҙамында финанстар таптыҡ.

Николай Морозкин, Башҡорт дәүләт университеты ректоры

Дөйөм ятаҡты төҙөү өсөн «Мәғариф» милли проектының «Мәғариф экспорты» федераль программаһы буйынса 306 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөлөш башланғансы участкала археологик ҡаҙыныу эштәре алып барылған.

Һуңғы 50 йыл эсендә республикала төҙөлгән был тәүге дөйөм ятаҡ. Ә «Мәғариф» экспорты проекты буйынса тормошҡа ашырылған Рәсәйҙә беренсе дөйөм ятаҡ. Төҙөлөшкә тиклем археологик ҡаҙыныу эштәрендә лә ҡатнаштым, сөнки объектты һалыу өсөн рөхсәт алырға кәрәк ине. Артабан инде финанс мәсьәләне хәл иттек.

Илдар Бикбаев, Дәүләт Думаһы депутаты

Биш ҡатлы объектта студенттарға йәшәү һәм спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Уҡыу өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған.

Аш бешереү бүлмәләрендә һыуытҡыстар, плитәләр ҡуйылған. Бүлмәләр иркен, карауаттар иҫке дөйөм ятаҡтағы һымаҡ икешәр яруслы түгел. Фатир тибындағы бүлмәләр ҙә бар.

Студенттар яңы дөйөм ятаҡта сентябрҙән йәшәй башлай. Әле юғары уҡыу йортонда 800 тирәһе сит ил студенты белем ала, киләсәктә был һанды мең ярымға еткереү күҙаллана.

Миңә бик оҡшай был яңы дөйөм ятаҡ. 2018 йылдан бирле уҡыйым, иҡтисадсы булам. Анголанан килдем.

Летисия Шиока, Башҡорт дәүләт университеты студенты

Дөйөм ятаҡ Башҡорт дәүләт университеты ҡаршыһында, Гоголь урамында. Киләсәктә уның янында тағы 14 ҡатлы дөйөм ятаҡ төҙөү ҡарала.

Рәмилә Исмәғилева