Өфөлә ойошторолған «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» форумы алты меңдән ашыу гүзәл затты берләштерҙе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сараның һуңғы көнөндә ҡатнашыусыларға бушлай медицина консультациялары ойошторолдо, арт-терапия, эшҡыуарлыҡ майҙансыҡтары эшләне. Асыҡ академия әсәлек бәхетен дә бүләк итә, быға БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла инанды.

Спектаклдән тура бала табыу йортона. Өфөнән Дилара Исмәғилеваның ҡосағында хәҙер өс килограмм ярымлыҡ бәхет сығанағы. Йәш әсә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» форумына күптән эләгергә теләгән. Йөклөлөктөң һуңғы көнө булыуын һиҙемләһә лә, маҡсатынан баш тартмаҫҡа була. Тик мөхәббәт темаһына арналған театрлаштырылған тамашаны ҡарағанда ҡатынды тулғаҡ тота башлаған. Теүәл өс сәғәттән һуң дауалау учреждениеһында уның улы донъяға килә.

Йәш әсәнең бәхетенә, форумға күҙәтеүсе акушер-гинекологы Динар Ғабдрахманов спикер булараҡ саҡырылған булған. Табип асыҡ академия ойошторолғандан бирле, әсәлек, бала табыу, кескәйҙәрҙең сәләмәтлеге темаларына арнап, район-ҡалаларҙа бихисап лекциялар уҡыған, йөҙҙәрсә кешене бәхетле иткән.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Асыҡ академияһы 2019 йылдың авгусында ойошторолоп, республиканың тиҫтәнән ашыу район-ҡалаһын урап сыҡты. Өфөләге ике көнлөк форум алты меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы бер майҙанға йыйып, үҫеш нөктәһенә әйләнде. Бөгөн матур бизнес, гармония, сәләмәтлек биләмәләре эшләне.

Форумдың һуңғы көнө балаларҙың шат тауыштары менән дә тулы ине. Әсәләр кескәйҙәрен Сәләмәтлек мәктәбе табиптарына күрһәтеп, бушлай консультациялар алды. Тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.

Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре лә аҡ халатлыларға күренеп, һаулығын тикшертә алды. Холестирин, шәкәр кимәлен үлсәтергә, Вич-ҡа анализ тапшырырға мөмкин ине. Шулай уҡ белгестәр дөрөҫ туҡланыу темаһын да яҡтыртты.

Ике көн дауамында конгресс холда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация пункты эшләне. 44-се поликлиника белгестәре тиҫтәнән ашыу гүзәл затҡа гам ковид вак препаратын ҡаҙаны. Әйткәндәй Вакцинация үтеүселәр сәләмәт өфө акцияһында ҡатнашып, өфөлә уйнатыласаҡ фатирға дәғүә итә ала. Уларҙың барыһына ла ошондай флаерҙар таратылды

Гөлназ Хәйбуллина