Башҡорт ырыуҙары йыйынын бөгөн саҡмағоштар ҡабул итте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә иң эре ырыу вәкиллектәре араһында Дыуанай башҡорттары йәшәй. Был нәҫелгә ҡараған аҫаба халыҡ биләгән ерҙәр Башҡортостандың Бөрө, Благовар, Кушнаренко, Мишкә һәм Саҡмағош райондарына инә.

Саҡмағош халҡы яҡташтары менән хаҡлы ғорурлана, тип әйтергә кәрәк. Бакировтар нәҫелен дә төбәктә белмәгән кеше юҡ. Республикаға ғына түгел, тотош илгә лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән улар. Саҡмағош районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Айҙар Басиров шәжәрә ағасы тураһында сәғәттәр буйы һөйләп бирергә әҙер.

Шәжәрә ағасы ғына түгел, нәҫел тамырҙары тарихы айырым китап итеп тә баҫтырыла. Ул ошо уҡ ырыу вәкиле, эшҡыуар Риндант Бакиров тарафынан нәшер ителә. Саҡмағош районының башҡа шәхестәре тураһында иҫтәлектәр публицистик материалдар ҙа етерлек.

Үҫеп килеүсе быуын да үткәне менән ҡыҙыҡһына. Тарихын өйрәнеп кенә ҡалмай, халыҡ кәсептәрен өйрәнә, уларға заманса күҙлектән дә байҡау яһай.

Дыуанайҙар ҡороноң түр башында ырыу тамғаһы ла тап сәнғәт мәктәбе тырышлығында эшләнгән. Саҡмағош районында башлыса Дыуанай башҡорт ырыуы вәкиллеге өҫтөнлөк итә. Тарихтан билдәле булыуынса, улар XIII быуаттан Ыҡ, Ағиҙел һәм Сәрмәсән йылғалары буйына килеп төпләнеп, ҡаңлы, ҡаршын ырыуы башҡорттары менән күрше йәшәгәнлеге билдәле.

Башҡортостан Рус дәүләте составына ингәндән һуң, дыуанайҙарҙың ерҙәре Дыуанай улысын тәшкил итә. Хәҙерге көндә дыуанай башҡорттары биләгән ерҙәр Башҡортостандың Бөрө, Благовар, Кушнаренко, Мишкә һәм Саҡмағош райондарына инә.

Күркәм традиция йылдар буйына оҙатыла килә. Башҡорт халыҡ йырҙарындай. Шуға ла тарихы ныҡ. Дыуанай башҡорттарынан, ғөмүмән, сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһенә ҙур өлөш индергән шәхестәр бик күп. Улар араһында билдәле яҙыусы, күп һанлы роман авторы Әкрәм Вәли, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Рәғиҙә Янбулатова, Илфаҡ Смаҡовты миҫалға килтереү ҙә етә.

Азат Ғәлиуллин