Законға ярашлы, магазиндарҙа алкоголь продукцияһын һатыу тыйыла. Талапты үтәмәүселәргә административ протоколдар төҙөлә. Яуаплы шәхестәргә 40 мең һумға тиклем, юридик ойошмаларға 300 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал.
«Хәүефһеҙ республика» партия проекты ағзалары Өфө ҡалаһы һәм районы буйынса сауҙа нөктәләренә мониторинг ойоштороп, закондың үтәлешен тикшерҙе. Михайловка ауылындағы өс магазиндың берәүһендә генә 22 майҙа спиртлы эсемлектәр һатылмауы тураһында иғлан ҡуйылыуы, ҡалғандарында йәшерен сауҙа итеүҙәре асыҡланды.
Магазиндарҙа һыраны кеүәҫ тип күҙ буяһалар, йәмәғәт туҡланыуы урындарында шешәләрҙе асып һатыу осраҡтары ла булды. Һуңғыларына бөгөнгө сикләүҙәр ҡағылмай. Сөнки кибет эсендә махсус рәүештә өҫтәл урынлаштырып, лицензия алған һәм законды урау юлдарын тапҡан эшҡыуарҙар ҙа юҡ түгел. Спиртлы эсемлектәр менән ирекле сауҙа итеүселәр хаҡында мәғлүмәт яуаплы ведомстволарға ебәрелде.
Гөлназ Хәйбуллина