2 апрелдә Өфө-Күмертау араһында йөрөй башлаған транспорт юлды 3 сәғәт тә 50 минут эсендә үтә. Инновацион транспортты Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалалары халҡы ла үҙ итә.
Бөгөн пассажирҙар һаны биш меңгә етте һәм Мәләүездән Өфөгә килеүсе студент ҡыҙҙы «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» тәбрикләне.
Рельс автобусы 130 кешегә иҫәпләнгән. Күмертауҙан экспресс иртәнге сәғәт дүрттә ҡуҙғала, кире йүнәлештә киске етенсе яртыла. Июндән вагондар составын тағы икәүгә арттырыу ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева