10-cы синыфта белем алыусы буласаҡ һалдаттар ялан шарттарында биш көн дауамында хәрби белемен камиллаштырасаҡ. 26 үҫмер Алкин ауылында автомат йыйып ҡорорға, сәпкә атырға, химик һөжүм ваҡытында һаҡланырға өйрәнде.
Шулай уҡ хәрби марш, медицина ярҙамын күрһәтеү йүнәлешендә күнекмәләр үтте. «Горский» лагеры майҙанында үткән һынауҙар егеттәрҙең физик сәләмәтлеген нығытыу өсөн үтә. Былтыр пандемия сикләүҙәре менән бәйле хәрби уҡыуҙарҙың теоретик өлөшө генә ойошторолған.
Флорида Ким