Сара йылдағыса Бөрө районында үткәрелә. Тарихи алыштарҙың реконструкцияһын БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡараны.
Түңгәктән эшләнгән һауыт төрлө ризыҡтарҙы һаҡлау өсөн ҡулланылған. Ул ваҡыттарҙа ағас табаҡ һәм күнәктәрҙе һәр йортта тиерлек осратып булған. 17-се быуатҡа ҡараған тирмә «Бөрө ҡәлғәһе» тарихи паркында тергеҙелә.
Төрки халыҡтарға хас булган йорт эсе лә тарихи ысынбарлыҡҡа тап килтерелә. Ҙур булмаған тирмәләр ғәҙәттә, йәйләүҙәрҙә эшләнгән, ти Таңһылыу Рәхмәтуллина. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ул өҫ-кейемен дә кейәүҙә булған башҡорт ҡатындарына хас булған элементтар менән тулыландыра.
Ике көнлөк «Ваҡыт йылғаһы» фестивале Бөрө районының Ағиҙел йылғаһы буйында старт алды. Бында Петр Беренсе һалдаттарының яландағы тормошо, уҡсылар лагеры, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы кеүек майҙансыҡтар булдырылған. Реконструкторҙар илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған.
Сараның кульминацияһы булып алыш реконструкцияһын күрһәтеү тора. Тарихи бәрелештә Петр Беренсенең полк һалдаттары уҡыуҙар үтә. Әйткәндәй, Бөрө ҡәлғәһе Петр Беренсенең атаһы Алексей батшаһы тарафынан төҙөлә. Тарихи урында хәҙер асыҡ һауалағы парк эшләп килә.
Фестиваль иртәгә лә дауам итә. Сара барышында хәрби-ялан лагерҙары, тарихи йәрминкә, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы факультеттарының оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. Шулай уҡ тамашасыларға Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл уңайынан «1941 йылдың эҫе йәйе» тарихи реконструкция алышы күрһәтелә.
Әлфинә Килдейәрова